Институт международных образовательных программ, кафедра «Лингвистика» поздравляют студентку первого курса Машиностроительного факультета гр. Б21-661-1 Разилю Расулевну Гарипову, победителя конкурса «Письмо матери».
Сердечно поздравляют всех мам с прекрасным праздником!
Әсәйемә хат.
Ҡәҙерле әсөй!
Һине, Ер йөҙөндәге иң яҡын кешемде, Әсәләр көнө менән ихлас ҡотлайым һәм ысын күңеллән иң изге теләктәремде һиңә еткерәм! Күңелеңдән-тыныслыҡ, тәнеңдән- һаулыҡ һәм сихәт, тормошоңдан- шатлыҡ бер ҡасан да юғалмаһын!
Һин, иң матур, иң егәрле, иң һөйкөмлө кешеләрҙең береһе. Һинең бешергән аш-һыуҙарың, тәмлекәстәрең тел йоторлоҡ; һин бәйләгән әйберҙәрең, бейәләй-ойоҡбаштарың күҙҙең йәмен ала; һинең эшһөйәрлегең һәм бар эштә лә өлгөрөүең барыһын да һоҡландыра! Ҡулдарыңдан бал тама, һәр эште еренә еткереп, оҫта итеп башҡараң! Һинең оҫталыҡ серҙәренә мин дә өйрәнә киләм.
Әсә- ул һәр кемгә иң ҡәҙерле, һөйөү һәм изгелек кеүек сифаттарҙы үҙендә туплаған кеше. Һин төндәрен йоҡламай, күҙ ялҡынын талдырып, үҙеңә ял бирмәй, беҙҙе һау-сәләмәт итеп үҫтерегә бар көсөңдө бирәң; беҙ йәмғиәткә кәрәкле кеше булып үҫһен өсөн бер нимә лә йәлләмәйһең; беҙҙең өсөн тырышайың.
Әсәйемдең йөрәге һәр балаһына ҡарата наҙ, мөхәббәт, изгелек һыйҙыра. Мин һәм туғандарым уҡыуҙан ҡайтыуға ҡояш кеүек балҡып, йылмайып, тәмле аш-һыуҙар бешереп ҡаршы ала. Һәр ваҡыт әсәйемдең мөләйем йөҙөн , тел йоторлоҡ бәлештәрен һәм тәмлекәстәрен һағынып ҡайтабыҙ. Әсәйем беҙҙе һәр саҡ иркәләй, наҙлай, кәңәштәр бирә һәм ярҙам ҡулын һуҙа.
Беҙ әсәйҙәрҙең ҡәҙерлеген Әсәләр көнөндә генә түгел, ә көндә иҫтә тоторға тейешбеҙ.!
Әсәйем, мин һиңә сикһеҙ шатлыҡ, һаулыҡ, эшеңдә уңыштар теләйем. Ырыҫ-ҡот, бәхет һине бер ҡасан да ҡалдырмандар. Береһенән-береһе шәп ҡыҙҙарыңдың изгелеген күреп, тормош иптәшең менән бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып, ҡайғы-һағыш күрмәйенсә, бәрәкәтле мул тормошта оҙаҡ йәшә!
Мин һине яратам! Ҙур рәхмәт барыһы өсөн дә!
Дорогая мама!
Сердечно поздравляю тебя, самый близкий мне человек на Земле, с Днем матери!
И из ваших сердец пусть не исчезнет мать: мать — это мир, здоровье и исцеление, а также радость вашей жизни!
Мама — самая красивая, сильная и самая милая.
Слова матери, как сладости; руки матери умело исполняют все, что пожелают — мать учит своих детей секретам мастерства.
Мать всегда сохраняет в себе такие качества, как любовь и доброта: для нас, детей, мать трудится, не бодрствует ночью и не отдыхает днем, отдает все силы на то, чтобы мы выросли здоровыми, чтобы стали востребованными в обществе.
Материнское сердце отдает каждому ребенку нежность, любовь и доброту. Мать учит улыбаться солнцу, готовить вкусную еду, учит любви к танцам и нарядам.
Мама всегда даст совет и протянет руку помощи.
Мы должны помнить о матерях в День матери и всегда!
Милая мама, желаю тебе безграничной радости, здоровья, успехов во всех твоих делах! Пусть счастье никогда не покинет тебя!
На благодатной земле, не испытывая печали, будь рядом со своим детьми, супругом, и пусть мы будем опорой друг друга!
Я люблю тебя! Спасибо тебе за все!